Шылтырат һин миңә һағынғанда,
Ығы -зығыларҙан арыһаң,
Шылтырат һин әгәр көтмәгәндә
Ҡыйын хәлгә кинәт тарыһаң.
Шылтырат һин миңә яңғыҙ саҡта,
Яңғыҙлыҡ ул - ғәжәп хәл түгел.
Йоҡоһоҙлоҡ борсоғанда төндә,
Һөйләшәһең килһә әгәр гел.
Шылтырат һин миңә әйтерһең дә
Ҡалған кеүек бары һуңғы мәл.
Ҡайсаҡ мөһим тыңлау кемдер һине,
Уртаҡлашып, булһа ауыр хәл.
Шылтырат һин миңә һөйләр өсөн
Төндә күктән йондоҙ төшөүен.
Моңһоу йырҙы ишеткәндә ҡай саҡ,
Күкрәгеңдә сәнсеп китеүен.
Шылтырат һин миңә ҡарамайса
Айырыуға яҙмыш йән -яҡҡа.
Тауыштарың, көлөүҙәрең ҡалыр
Булһаң да һин минән йыраҡта.
Шылтырат һин тойһаң ауырлығын
Ҡаршы тороу яман телдәргә.
Һөйлә миңә нисек түҙеүеңде
Кире ҡайтмай бергә ерҙәргә.
Шылтырат һин миңә
ялҡһаң йөрөп,
Буш урамдар буйлап бер үҙең.
Кем менән һин, йәки кем менән мин-
Мөһим түгел. Шылтырат !- һүҙем.
Шылтырат һин миңә. Һин шылтырат!
Бик һирәкләп кенә булһа ла.
Шылтырат һин, тик шылтырат ҡына
Шатлыҡта ла, моңһоу булһа ла.
Нутфуллина Рәйлә
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев