Ҡасырға ла маташманыҡ бер-беребеҙҙән... Хәҙер инде барыһы ла үҙ-үҙенән... Ихтыярҙан һәм теләктән тыш... Бына...
Йәнә бергәбеҙ... Күҙҙәреңдә шул уҡ моңһоулыҡ... Һоро күлдәгең дә килешле генә... Аҙаҡҡы күрешкәндән һуң байтаҡ һыуҙар аҡҡандыр... Диңгеҙ кимәленән өс метр... Йә – өҫкәрәк, йә – аҫҡараҡ...
Ҡолас ташлап йөҙөргә ырғыған даръялар, бәлки, тубыҡтан ғына булғандыр... Донъяны гиҙергә киргән елкән ыңғай ел көтөп ала алмайынса, бәлки, ҡояшта ҡорғаҡһығандыр... Йондоҙҙар йыйырға һуҙылған усҡа ҡырсынташ түгелгәндер... Бәлки... Тормош бит...
Бөтәһе лә урынында... Йәғни, бер нәмә лә урынында түгел... Йәтеш... Тик... Түгелеп тә генә илайһың... Илайһың... Нишләптер... Йылдар үткән һайын илағыраҡ була бараһың...
Бына... Йәнә бергәбеҙ... Йәнә бергәбеҙ, яратҡан миҙгелем... Минең көҙөм... Һәм тышта ямғыр...
Азамат Юлдашбаев.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев