Был һүҙҙә йорт йылыһы, ғаилә усағы, яңы ғына бешеп сыҡҡан икмәк еҫе, кис ултырыуҙар, бала-сағаның матур уйындары - барыһы ла бар. Бик күптәр ауыл мейесе менән бәйле әллә күпме ҡәҙерле иҫтәлек һаҡлайҙыр, моғайын...
Мәсетле районынында үткән “Мәсетле оҫтаханаһы” төбәк-ара һөнәрмәндәр фестивалендә мейес сығарыу оҫталарына айырым иғтибар бирелеүенә шуға ла аптырарға кәрәкмәйҙер. Мейес сығарыу онотолоп барған кәсептәрҙең береһе. Ошо кәсеп серҙәрен белеүселәр бәйгелә бик сәмләнеп ярышҡан. Улар сығарған мейестә фестивалдә ҡоймаҡ та ҡойоп ҡарағандар икән.
Беренсе урынды Красноуфимскиҙан Валерьян Ғарифуллин яулаһа, икенсе урынға - Арти ҡалаһынан Дмитрий Рыжов лайыҡ булған. Өсөнсө урынды Мәсетле районынан Ғәзинур Ғәлимов яулаған.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев