Рәнйеткән кешегә бер нимә лә булмаҫ, рәнйеш һаҡлағандың - һаулығы ҡаҡшаған.
- Ҡояш менән бергә тор, бергә ят. Төндә эшләнгән эштең һөҙөмтәһе булмаҫ.
- Әйтерҙән алда уйла. Һүҙҙең тылсымы бар. Ауыҙҙан сыҡты ла бөттө түгел, кире әйләнеп ҡайта ул.
- Хәрәкәттә - бәрәкәт. Ҡояш ҡарап торғанда йоҡлау йә ятыу файҙаға килтермәҫ.
- Һөйләр алдынан тыңла.
- Көн дә бер булһа ла яҡшылыҡ эшлә. Кеше яҡшылығыңды күрмәһә лә, Хоҙай күрә.
- Тәүҙә - эш, унан - уйын. Тормош уйын, кәйеф-сафа ҡороуҙан ғына тормай.
- Тирә яғыңды һәм үҙеңде таҙалыҡта тот. Йоҡлар алдынан аяҡты булһа ла сайырға кәрәк, тик һалҡынса һыу менән. Эҫе һыу тәнгә зыян.
- Һәр уңышһыҙлыҡты яҙмышҡа һылтама.
- Аҡыллы күҙәтер, тыңлар, һығымта яһар. Йүләр белмәгәнен ҡысҡырып һөйләр, аҡыл өйрәтер.
- Кешенең һәр әйткән һүҙен вәғәҙә тип ҡабул итмә.
- Ата-әсәңде рәнйетмә. Улар ғәфү итер, әммә Хоҙай алдында гөнаһлы булып ҡалыуың бар.
- Аҡса һорағанға кәңәш бирмә, кәңәш һорағанға аҡса бирмә.
- Бер көнөңдө йылмайыуға бүлеп ҡара. Үҙең күрерһең, тормошоң йәмләнер.
- Ғәйеплеләрҙе эҙләмә. Кем нисек теләй - шулай йәшәй. Кеше оҡшамай икән - йыраҡ йөрө.
- Кемдер һине бәхетле итер тип көтмә. Бәхет һинең үҙеңдән башлана.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1