Предыдущая публикация
Әбейен етәкләп aэрoдрoмға килгән бабай уңайлы мәлде ҡарауыллап, пилотты туҡтата:
— Улым, иҫәнме? Ҡара әле , беҙ ҡарсыҡ менән 70 йыл бергә торабыҙ. Берҙе лә самолетта осҡан юҡ... Йөрөтөп килмәҫһеңме беҙҙе?
Осоусы:
— Ярар, бабай. Бер шарт менән. Әгәр ҡурҡышыңдан ҡысҡырһаң – миңә 12 мең һум аҡса түләйһең! Килештекме?
— Килештек! — ти ҡарт.
Һауаға күтәрелгәс, пилот самолетын тегеләй ҙә, былай ҙа әйләндерә. Тик ҡарт ҡына шып-шым икән. Ялҡҡас, самолетын ултырта ла, бабайҙан һорай:
— Саҡ ҡысҡырып ебәрмәгән берәй мәл булдымы, исмаһам, бабай?
— Булды, улым.
— Ҡайһы мәлдә?
— Әбей төшөп киткәндә!.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев