Предыдущая публикация
Таңда ысыҡланған үлән кеүек, Керпектәрең, әсәй, сыланған. Сейә һуты ғына тамған микән, Ямғырҙанмы шулай һыуланған? Өтөп кенә йөрәгемә үтә Һағыш тулы моңһоу ҡарашың. Керпегеңә ҡунған йәш бөртөгө – Ҡуҙлы күмер, күҙем ҡамашыр. Юлға сығам. Йөрәгемә һалам Моңһоулығын һинең күҙҙәрҙең. Тик әлегә тапмайынса торам Йыуатырға матур һүҙҙәрҙе. Мин ҡуҙғалам. Әсәй, дуҫтар ҡала, Ҡосаҡлайһы ине үҙҙәрен. Оҙат, әсәй, Хызыр Ильяс миңә Ҡуҙлы күмер – йәшле күҙҙәрең. Әлфиә Бикташева, Баймаҡ ҡалаһы
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев