Тормыш косағында,
Икәү йәш сағында,
Бер-беребеҙҙе өҙөлеп hөйгәндә.
Алтын көҙ көнендә,
Баҫыу киңлегендә
Ултырттыҡ беҙ йәп-йәш имәндәр.
Безҙең ғүмер менән
Ярышып үҫә имән,
Йәм-йәшеллек ҡаплай ерҙәрҙе.
Беҙ ултыртҡан өсөн
Биреп йәшлек көсөн
Еңҽр улар ҡоро ҽлдәрҙе.
Ярhыу йылдар үтҽр,
Яҡты яҙҙар етҽр,
Шул яланға икәү килербеҙ.
Ғүмер матур үтә,
Урман шаулап үҫә
Йәшлек дауам итә тиҽрбеҙ.