Радик Далхин - Сылтыр сылтыр шишмә аға
(Зиннур Сафиуллин муз., Зәки Нури һүҙ.)
Янда шифалы һыуҙары,
Матур бит ул һыу буйҙары.
Һөйләшеп һүҙем бөтмәне,
Күреп күҙем туйманы.
Сылтыр-сылтыр шишмә аға,
Ҡыҙҙар йырлап һыу ала.
Һыу алғанда һурып үпһәм,
Үпкән эҙҙәре ҡала.
Йырлай-йырлай һыу алғанда,
Силәктәре тиҙ тула.
Шишмә һыуы эскән ҡыҙҙың,
Күңеле сибәр була.
Сылтыр-сылтыр шишмә аға,
Ҡыҙҙар йырлап һыу ала.
Һыу алғанда һурып үпһәм,
Үпкән эҙҙәре ҡала.
Шишмә буйына кил але,
Бергәләп серләшәйек.
Бабайҙарҙан ҡалған ғәҙәт,
Ғүмергә берләшәйек.
Сылтыр-сылтыр шишмә аға,
Ҡыҙҙар йырлап һыу ала.
Һыу алғанда һурып үпһәм,
Үпкән эҙҙәре ҡала.