🌺 Бөгөн
19:00 сәғ. - комедия-гротеск «ҺИНӘН - ФАТИР, МИНӘН - ИР!»/ «БАРТЕР»( Н.Ғәйетбай, реж. Д.Нурғәлин) 16+. Һәр кем баш өҫтөндә ҡыйыҡ булып, үҙ өйөндә йәшәргә теләй һәм хыяллана, әммә теләктәр менән мөмкинлектәр гел генә тура килмәй шул. Берәүҙәрҙең фатиры бар, икенселәр кеше тупһаһында йәшәргә мәжбүр. Билдәле драматург Наил Ғәйетбайҙың комедияһындағы төп персонаждар нәҡ шул ике яҡ кешеләре. Нисек тә булһа фатирлы булыр өсөн улар төрлө хәйлә ҡорорға әҙерҙәр. Автор үҙенең геройҙарын тормоштоң төрлө ситуациялары аша һынай. Ваҡиғалар ҡай саҡ көлкөлө, хатта әҙәм ышанмаҫлыҡ булып китә.
БИЛЕТТАР 👉
https://iframeab-pre5405.intickets.ru/seance/13534687/
🌺 28 апрель
19:00 сәғ. - драма "ӘЛИМӘ, ЙӘКИ МЫРҘАШ ҠАРТ ТУЙЫ"/ "АЛИМА, ИЛИ СВАДЬБА СТАРИКА МЫРДАША" (Д.Юлтый, инс. З.Бураҡаева, реж. Р.Хәкимов)12+. Бәхетле булыу – һәр кешенең теләге. Тик һәр кем дә үҙ бәхете өсөн көрәшергә, бар ҡаршылыҡтарҙы үтергә әҙерме? ХХ быуат башында башҡорт ауылында йәшәгән йәш ҡыҙ Әлимәнең үҙ-үҙе булып булыу һәм бәхетенә ирешеү ынтылышы беҙгә ысын кеше өлгөһөн күрһәтә. Башҡорт әҙәбиәте классигы Дауыт Юлтый яҙған был тарих һәр кемебеҙҙең күңеленә лә үтер, фәһемле лә булыр.
БИЛЕТТАР 👉
https://iframeab-pre5405.intickets.ru/seance/13534735/
🌺 29 апрель
12:00 сәғ. - балалар өсөн әкиәт «ТАҢБАТЫР»/ «ТАН-БАТЫР» ( М.Ғиләжев, реж. З.Усманова) 0+. …Һәр әкиәткә хас булғансы был әҫәр ҙә: “Борон – борон заманда бер батша йәшәгән ти…”, – тип башланып китә. Йәшәгән, ти бер батша. Уның Таңһылыу исемле бик матур ҡыҙы булған. Бер ваҡыт ҡапыл көслө дауыл ҡуба ла Таңһылыуҙы осороп алып китә. Әгәр ҙә батшаға ҡыҙын кем табып бирәсәген күргегеҙ килһә, әҫәр геройҙары Таңбатыр менән Кисбатырҙы ниндәй мажалар көткәнен белгегеҙ килһә – Сибай театрына рәхим итегеҙ!
БИЛЕТТАР 👉
https://iframeab-pre5405.intickets.ru/seance/13534698/
Күрешкәнгә тиклем😉
✅Театр кассаһы 👉🏻+7(34775)22500
✅Пушкинскин картаһы ғәмәлдә