.Тыуған илдән,тыуған ерҙән ғәзиз ниҙәр бар икән Ата-әсә,тыуған йорттан ҡәҙерлерәк бармы икән? Кендек ҡаны тамған ерҙән ,зиннәтле ер бар мы икән?Тәпәй баҫып,атлап киткән алтын ерем бар икән! Дан йырлайым,рәхмәт уҡып,тыуып -үҫкән ауылыма, Уңған,зирәк,ҡыҙҙарына,батыр ир-ат халҡына Тыуған ерем,алтын бишек ауылым,ҠАБЫҠҠЫУЫШЫМ, Ҡайҙа ғына йәшәһәмдә һинең менән тормошом.