Көҙгөнән сәсе ялбыраған, тубығы сыҡҡан салбар кейгән йыуантыҡ ҡатын ҡарап тора ине. Һүгенеүҙән йәмерәйгән йөҙө таныш түгел һымаҡ булып китте бер мәлгә.
- Аллааа!.. – тип сигенеп, диванға “лып” итеп барып ултырған Асия өнһөҙ ҡалды. Оҙаҡ ултырҙы ул. Төрлө уйҙар мыжғыған башы тубалдай булды.
- Һин кем?! Мин кем?.. Был өйҙә мин кем сифатында? – тип ирендәрен генә ҡыбырлатырға көс тапты.
Йыйыштырыусы? Улай тиер инең, эшем бөтһә ҡайтып китер кәрәк буламы? Ҡайҙа ҡайтырға?
Ашнаҡсы? Улай булһа, кисә бешергән киске ашымды ашап , тәрилкәнең төбөн ялап ҡуйғас икәс, нишләп “ашыңа әпәт тоҙҙо еппәргәнһең” тигән шелтә ишетте? Хәҙер ней, тәғәм эйер урындар менән донъя тулған. Минеке оҡшамаһа, икенсе ергә керер ине.
Бәлки, балаларға берәй тәрбиәсе ролен үтәйҙер? Юҡ-юҡ. Тәрбиәсенең һәр һүҙен һанға һуғалар бит. һуҡмаған хәлдә лә, ҡаршы өндәшеү ҡаралмаған. Ә минееең әйткән һүҙ...
- Беләәәм!
Тулыһынса: https://vatandash.ru/articles/proza/2024-04-12/aytyu-y-ki-atyndar-a-ni-etm-y-fentezi-nail-h-mb-lieva-3725475
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев