Юғары уҡыу йортон йәки колледжды тамамлаған йылда эшкә урынлашҡандар дүрт минималь эш хаҡы йәки оклад күләмендә дәртләндереү сараһы булараҡ бер тапҡыр түләү ала. Бынан тыш, дәүләт мәғариф ойошмаларында эшләгән йәш белгестәргә йөкләмә күләменә пропорциональ рәүештә ай һайын 3450 һум аҡса өҫтәлә.
Башҡортостанда педагогтарға дәүләттән ярҙам саралары тураһында Башҡортостан менән идара итеү үҙәгенән БЮТ каналының “Сәләм” тапшырыуына сыҡҡан тура элемтә барышында Республика Мәғариф һәм фән министрлығының Кадрҙар, юридик эш һәм эш башҡарыу идаралығының кадрҙар сәйәсәте бүлеге етәксеһе урынбаҫары Роза Баймырҙина һөйләне.
Башҡортостанда ауылда эшләгән йәш уҡытыусыларға ярҙам итеү буйынса бығаса булмаған проект тормошҡа ашырыла. 20 меңгә тиклем кеше йәшәгән ауылда эшләгән һәм конкурстарҙа еңеүсе тип танылған уҡытыусылар республика Башлығының 690 мең һум күләмендәге грантын ала.
Бынан тыш, 4 йыл эсендә 152 уҡытыусы ауылға эшкә барған һәм «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы буйынса 1 миллион һум аҡса алған. 2024 йылда йәнә ике педагог Ҡыйғы һәм Учалы райондары мәктәптәренә юлланды.
Һөнәри оҫталыҡ конкурстарында еңеүселәр һәм призерҙар, БДИ-ны йөҙ балға тапшырған уҡыусылар әҙерләгән педагогтар ҙа дәртләндереүсе түләүҙәргә иҫәп тота, ә Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы еңеүселәренә һәм призерҙарына, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға премия күләме хәҙер юғарыраҡ – 2024 йылдың 18 сентябрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо хаҡтағы Указға ҡул ҡуйҙы. 2023 йылда ғына ла ошондай премияларға 663 кеше лайыҡ булды, уларҙың 242-һе – педагогтар.
********
Молодой педагог, который пришел работать в школу, получит подъемные. Единовременная стимулирующая выплата в размере до четырех минимальных ставок заработной платы или оклада полагается тем, кто устроился на работу в год окончания вуза или колледжа. Кроме того, молодым специалистам в государственных образовательных организациях устанавливается ежемесячная стимулирующая надбавка в 3450 рублей пропорционально объему нагрузки.
О мерах государственной поддержки педагогов в Башкортостане в прямом включении из ЦУР в программу «Салям» на т/к БСТ рассказала заместитель начальника отдела кадровой политики Управления кадровой, юридической работы и делопроизводства Министерства образования и науки республики Роза Баймурзина.
В Башкортостане реализуется беспрецедентный проект поддержки молодых сельских учителей. Гранты Главы республики в размере 690 тысяч рублей получают победители конкурса, которые работают в деревнях, где живут до 20 тысяч человек.
Кроме того, за 4 года 152 учителя переехали работать в село и получили 1 млн рублей по программе «Земский учитель». В 2024 году еще два педагога направились в школы Кигинского и Учалинского районов.
Победители и призеры конкурсов профессионального мастерства, педагоги, подготовившие стобалльников ЕГЭ, также рассчитывают на стимулирующие выплаты, а победителям и призерам Всероссийских олимпиад школьников и учителям, которые их готовили, размеры премии стали выше – 18 сентября 2024 года Глава Башкортостана Радий Хабиров подписал соответствующий Указ. Только в 2023 году таких премий удостоились 663 человека, 242 из них – педагогические работники.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев