Тауыҡтың аҙғыны әтәс булып ҡысҡырыр.
Эт хыялы ҡабул булһа, күктән һөйәктәр яуыр ине.
Хәйерсене теләнсе ҡыҫтаған.
Эт эсенә һары май килешмәй.
Дуҫың булһа, үҙеңдән артыҡ булмаһын.
Ата-әсәһенә ҡәҙер күрһәтмәгән, үҙе лә ҡәҙер күрмәҫ.
Атайыңдың байлығы — төшкән ҡырау кеүек, йөҙөңдөң айлығы — ялған буяу кеүек.
Һуҡырға баҫҡан һайын соҡор.
Ҡулың оҫта, һүҙең ҡыҫҡа булһын.
Эйәһеҙ мал — дағаһыҙ.
Ят кеше алдында сер биргәнсе, һырт бир.
Эт ҡарғышы бүрегә йоҡмаҫ.
Бөгөнгө уй иртәнгә бармай.
Илдең итәге киң, һәр кемгә лә урын табыла.
Етем ҡорһағы — ете ҡат.
Иртәнге аш — көс ашы.
Күҙле булыуға етмәй, күрә белергә кәрәк.
Аш ашҡа урын бирә.
Ибен тапҡан — имә.
Һуҡыр үҙе теләгәнен күрә, һаңғырау үҙе теләгәнен ишетә.
Һаҡалда булһа ҙурлыҡ, кәзәгә олатай тип әйтерҙәр ине.
Йәйләүгә туғай яҡшы, кәңәшкә туған яҡшы.
Хыялһыҙ кеше — ярты кеше.
Сана самаға, сама санаға тура килмәй.
Бер тарынан бутҡа булмай.
Ут ғәйрәтен һыу баҫа.
Нәмә урлаған бер гонаһлы, юғалтҡан мең гонаһлы.
Алға сыҡһаң, туҡмалырһың, артта ҡалһаң тапалырһың.
Яҡшы аттың тире сыҡҡанда, өтөк аттың йәне сығыр.
Бәхет күп һүҙле, ҡайғы аҙ һүҙле.
Тауҙан таш артмай.
Көслөнән ҡурҡма, үсленән ҡурҡ.
Уйламай ҡылған эштән, аяҡ өҫтө күргән төш яҡшы.
Аҙыҡлының аты арымай.
Бер тулҡын ярҙы ике ҡаҡмай.
Ҡайғыһыҙ ҡара һыуға һимергән.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 880
Әшнәлек барын яйға һала .
Байлық кешенең аңын ғына тугел күзен дә томалай.
Рәхмәт менән ләғнәт бер ерзә ятмай.
Татар қатынын мақтар.
Татар байыһа өй һала ла тизәр .
(Хәйер биргәндә )