Бөгөн, 25 декабрҙә, Өфө ҡала советы депутаттары сираттағы ултырышта шундай ҡарар ҡабул итте.
90 йәшлек актриса һәм педагог Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы институттың театр факультетын ойоштороусыларҙың береһе. 50 йылға яҡын эшләү осоронда 500-гә яҡын актёр һәм режиссёр әҙерләгән. Ә 129-ы мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә маҡтаулы исемдәргә эйә.
Режиссёр булараҡ Фәрдүнә Ҡасимова Башҡортостандың театр сәнғәте үҫешенә тос өлөш индерҙе. 1984 йылда – «БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре», 2003 йылда «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре» маҡтаулы исемдәре бирелде.
Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы шулай уҡ Башҡортостандың профессиональ һәм халыҡ театрҙарында 30-ҙан ашыу спектакль сәхнәләштерҙе.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев