Предыдущая публикация
1993 йылдың 24 декабрендә ҡабул ителгән яңы Конституция - Башҡортостан тарихында мөһим мәл, ул республиканың демократик, хоҡуҡи нигеҙен билдәләне, дәүләтселекте нығытыуҙа ҙур роль уйнаны.
Республика Конституцияһы уның күп милләтле халҡының хоҡуҡтарын һәм азатлығын яҡлауға, шулай уҡ төбәктең мәҙәни-тарихи мираҫын һәм тел үҙенсәлектәрен һаҡлауға йүнәлтелгән.
Бөгөн дә Башҡортостан Конституцияһы төп хоҡуҡи йүнәлеш, яҡлаусы документ булып тора. Республикабыҙ уға таянып үҫешен дауам итә. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө менән!
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев