Белорет дауаханаһында ул 30 йылдан ашыу тәүҙә массажсы, һуңынан рентген-лаборант булып эшләгән. Быйыл 26 февралдә Даян Ғәли улы махсус операция биләмәһендә яралыларҙы ҡотҡарғанда батырҙарса һәләк булған.
Үлгәндән һуң генерал Шайморатов ордены һәм Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән. Геройҙың тормош иптәшенә награданы Белорет районы башлығы Андрей Иванюта тапшырҙы.
- Даян Ғәли улын белореттар, дауахана хеҙмәткәрҙәре яҡшы белә һәм хөрмәт итә ине, - тип яҙҙы социаль селтәрҙә Андрей Иванюта. - Даян Ғәли улы ярҙамсыл һәм изге күңелле булды, барыһына ла ярҙам итергә ынтылды. Балаларын яратты, уларға яҡшы тәрбиә бирергә тырышты. Илебеҙҙең тыныс күге өсөн үҙ ғүмерен ҡорбан иткән яугир бер ҡасан да онотолмаһын.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 7