Ҡурай моңонда халҡыбыҙҙың сал тарихы, ата-бабаларыбыҙҙың ҡарһүҙе, хис-тойғолары сағылыш тапҡан. Был мөғжизәле моң сығанағы, үҙенә генә хас сифаттарын юғалтмайынса, бөгөнгө көнгәсә һаҡланған. Ҡурай моңо башҡорт халҡының ҡыуанысын, ҡайғыһын уртаҡлашыусы илаһи көскә эйә. Халҡыбыҙ ҡурай менән йәшәй, эшләй, күңел аса, байрам итә, хәрби алыштарҙа ла ир -егеттәребеҙҙең рухын күтреүсе, көс биреүсе дандаш һәм көрәштәш.
Республикабыҙҙың әле был, әле теге төбәгендә ҡурайсылар байрамдары, фестивалдәре үткәрелеп тора.
Йылайыр районы үҙәгендә кисә "Ҡурай иле Йылайыр!" фестивале булды. Был мәртәбәле байрамда Йылайыр, Баймаҡ, Ейәнсура һәм Хәйбулла райондарынан яңғыҙ башҡарыусылар һәм ҡурайсылар ансамблдәре ҡатнашты. Яңғыҙ башҡарыусылар араһында Данил Ҡыуандыҡов I дәрәжә, Вилдан Алғошаев III дәрәжә лауреаты, ә Зөлфәт Бикбулатов дипломант исеменә лайыҡ булды. Йәш ҡурайсылар Илһам Юлгилдин, Аҡназар Ҡоҙашев, Марсель Ҡоҙашев, Арсен Баязитовтар ҙа уңышлы сығыштары өсөн ҡурайсылар бәйгеһенең дипломдары менән бүләкләнде. Ансамблдәр араһында "Аҡбейек" ансамбле III дәрәжә дипломына лайыҡ булды. (Етәкселәре БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дәүләткирәй Нәҙерғолов). Ғаилә ансамблдәре араһында Илнар һәм Аҡназар Ҡоҙашевтар II урын яуланы.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 2