"Балаҫ һуғыу станогым булһа ла, ҡул энәһе менән бәйләп ҡарайым әле, тип башланым тәүге эшемде. Милли биҙәкле диван япмаһы бик күп ваҡытымды алды -- эштән һуң, ял көндәрендә генә энә тоторға мөмкинлек килеп сыға. Ваҡыттан ғына торһасы, күңел төшмәгән, дәрт булмаған ваҡыттар ҙа өҫтәлә...
Схемаһын башҡорт балаҫтарына ҡарап үҙем эшләп алдым. Ромбтар, өсмөйөштәр, сатраш һыҙыҡтарҙы бәйләү ауыр түгел - математик хисапҡа нигеҙләнеп, күҙҙәрҙе иҫәпләп, жаккард техникаһында бәйләйһең.
Төҫтәрен дә үҙемдең зауығымдан сығып һайланым. Һәр кибеттә һатылған йөн йомғаҡтарын ике ҡат иттем. Үҙемсә, шулай бәйләм формаһын тота, ныҡлы була, тим.
Бик теләһәң, балаҫты һуҡмай, ҡул энәһе менән дә бәйләп була икән тигән ниәтемде, ниһайәт, тормошҡа ашырҙым. Ауыр, ҡатмарлы, оҙаҡ, әммә күңел бөтөнлөгө, зауыҡ бүләк иткән эшем тамам", - тип яҙа сәхифәһендә Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 4