Предыдущая публикация
Был турала республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү министры Алексей Гусев хәбәр итә.
«Һөт, кефир, ҡаймаҡ һәм эремсекте хәҙер Октябрьский ҡалаһында урынлашҡан предприятие цехтарының береһендә етештерелә. Ошо маҡсатта бында ремонт яһағандар, яңы ҡорамал ҡуйғандар», — тип яҙа министр социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Өлкәндәргә һөт ризыҡтарының төп сифаты — балаларға әҙерләнгән ризыҡтарҙан айырылмай. Уны фермерҙарҙан һатып алған һөттән әҙерләйҙәр. Продукцияның составы тулыһынса тәбиғи, унда яһалма ҡатнашмалар юҡ.
Яңы продукцияны «Һөт кухняһы»ның таратыу пункттарында, шулай уҡ урындағы сауҙа селтәре магазиндарында һатып алырға була.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев