Ғәйепле икәнемде былай ҙа беләм. Ҡасан да булһа ғәфү итерһең, тип ышанам. Минең дә тормошомда тик бер генә мөхәббәт булды, ул – һин. Тик аңла, ир-егеттәрҙең физиологик төҙөлөшө һеҙҙекенән ныҡ айырыла. Ярты йылға ике тапҡыр осрашыу миңә етмәй ине. Шуға күрә бергә эшләгән Лилиә менән осраша башланыҡ. Үҙең бит, уҡыйым да уҡыйым, тинең. Йә, шунан, Һамар институтын бөттө, тип һине директор итеп ҡуйҙылармы әллә эш хаҡың ике тапҡырға юғарымы?! – ҡыҙған Илгиз машина ишеген шартлатып ябып, тышҡа сыҡты ла, тәмәкеһен ҡабыҙҙы. Тынысланып инеп ултырғас, һөйләшеүҙе дауам иттек.
– Ярай, кәрәк булған, осрашҡанһығыҙ. Ә ниңә мин инде уҡыуымды тамамлаған ерҙә өйләндең һуң?
– Ул ауырға ҡалғайны. Ғәфү ит, ике йыл эсендә яҡын дуҫыма әүерелгән ҡатынды бала менән ташлай алманым... https://ejansura.ru/articles/hikaya/2021-12-29/k-nd-shemde-fatiha-y-men-n-y-sh-yem-hik-y-2639647
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев