Предыдущая публикация
Ҡартайыуға табан бараһы.
Яй ғына алға тәгәрәһен,
Бер егелгән тормош арбаһы.
Йөрәк кенә гел йәш ҡала икән,
Ҡай сағында һыҡрап алғылай.
Аҡ сәстәрем, маңлай һыры ғына,
Дөрөҫлөктө һөйләй, алдамай.
Хоҙайыма барыбер рәхмәтлемен,
Тормош тәмен татып йәшәлде.
Һөйгән йәрем, балаларым өсөн,
Ҡарт түгелмен, һаман йәш әле!
Тәгәрәһен, әйҙә, ғүмер юлы,
Үкенесле юлдар үтмәнем.
Һәр бер көндөң ҡәҙерен белеп,
Ғүмер көҙҙәремде көтәмен.
Г. Шәрипова
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев