Предыдущая публикация
Бына тағы бер йыл үтеп китте,
Йыл артынан,йылдар үтәләр.
Ғүмер атым арба һөйрәй,һөйрәй,
Сабып әллә ҡайҙа илтәләр.
Ашыҡмасы туҡта,туҡта инде,
Сапма әле былай ашығып.
Шиғырҙар ҙа, ижад ителмәгән,
Туҡта инде,сапма ашҡынып.
Тормошомдоң яҙғы таңдары ла,
Көҙгө таңдар кеүек үтмәһен.
Ғүмер бүләк иткән балаларым,
Минән алыҫтарға китмәһен.
Тыуған көнөм етте ,туғандарым,
Сәскәләргә мине күмәләр.
Тик ғүмерем туҡтап тормай саба,
Йәшлек менән бергә китәләр.
Шундай матур айҙа тыуғаныма,
Рәхмәт мәрхүм ата- әсәмә.
Бәхет емештәре тулып торһон,
Өҫтәлдәге оло кәсәмә.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 108