Тик нисек?
Белгестәр кәңәшен иҫкә төшөрәйек. Ҡабатлауҙан доға иҫкермәй:
✅ Йәшен ваҡытында асыҡ һауала булһағыҙ, соҡор, йырын, йә ҡыуаҡлыҡ кеүек ышығыраҡ урынға ҡасығыҙ.
✅ Бик булмаһа, сүкәйеп ултырығыҙ йә ҡоро ҡомло урынға ятығыҙ.
✅ Тимерҙән эшләнгән ҡоролмалар, йәки палатка эсенә инеү, ҡулығыҙға тотҡан ҡармаҡ, ҡулсатыр кеүек оҙон метал әйберҙәр йәшендән атылыу хәүефен арттыра. Хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәгеҙ.
✅Йәшен ваҡытында яңғыҙ ағас аҫтына бармағыҙ. Быға тиклем йәшен һуҡҡан ағасҡа ла ҡабат атыуы мөмкин икәнен онотмағыҙ.
✅ Телефонығыҙҙы һүндерегеҙ.
✅Йәшендән йәшенеп буламы? Була. Йортта икәнһегеҙ ишек-тәҙрәләрҙе, мөрйәне, вентиляция торбаларын ябығыҙ, барлыҡ электр приборҙарын, телефондарҙы һүндерегеҙ һәм йәшен үткәндән һуң да ярты сәғәт тоҡандырмағыҙ.
✅ Йәшен ваҡытында юлда булһағыҙ – атта, велосипедта, мотоциклда барһағыҙ, туҡталырға кәңәш ителә. Машинала булһағыҙ,тиҙлеген кәметегеҙ йә туҡтағыҙ. Туҡталған урынығыҙ бейек ағастарҙан һәм юғары вольтлы электр линияларынан мөмкин тиклем алыҫтараҡ булһын.
❗Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылы янында кисә 57 йәшлек ир һуғыуҙан һәләк булған. Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ул кисә Үрген йылғаһы буйлап балыҡ тоторға киткән һәм кире әйләнеп ҡайтмаған. Ә бөгөн иртән туғандарының береһе уның кәүҙәһен ауылдан өс километр алыҫлыҡта тапҡан.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, көслө ямғыр башланғас, балыҡсы ағас аҫтында йәшен йәшнәүенән ҡасҡан. Ләкин тап ошо ағасты йәшен һуҡҡан. Әле
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев