-
Һорау бирзе шулай бер апай,
- бигерәк инде тәмләп һөйләшәһең.
Онотманың телде һин қалай?
Телде нисек оноталар икән,
Шаңғып торзом бер аз, бер талай.
Ошо телдә тәүләп "ӘСӘЙ" тинем,
Ил һынлы ил һыя йөрәккә.
Һөйгәнемә "һөйәм" тиеп әйттем,
"Балам" һүзе яқын бигрәк тә.
Көйөргәзе буйы башқорто мин,
Айзай битле башқорт апайым.
Әсә һөтө менән кермәгәнгә,
Туған теле болып шытып сығыр
Орлоқ һүззе қайзан табайым?!
Қазлайырзың һыуын эсеп үстем -
Кендер қаным тамған ерем дә,
Хур итмә тип ауылдастары қалды
Қашқа тауға меңгән үнемді.
Олатайзар кеүек, сабыр ғына
Ырыуыма юрап бар қотом.
Өстүбәлә күзәтәләр төле
Қыпсағымдың қошо, бөркөтем.
" Тап төшөрмә йөзгә, балам- тиеп.
Инәй керек баға қарама.
Тарак-тамға һалып, нәсел - ырыу
Тоҙ һибеп тә бәйләй ярама.
Язылықтан еңгәйзәрем көлөр,
Улар бигрәксая, шуқ таза!
Азашмасқа юлдарымдан,алдан
Оран билеп саба Туқсаба.
Зөбәржәт Йәнбирзина шиғыры минең апайым.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 6
инде,