"Дәнгәүер"ҙең йәмле урамы.
Һағындыра йәйге селләләрҙә,
Бесән йыйған"Туҡмаҡ буйҙары"
"Туғыҙ- ҡыр"ҙы нисә тапҡыр инде,
Ҡайтҡан саҡта йәйәү атланыҡ.
Нисә тапҡыр ялан -тәпәй баҫып,
"Айры" йылғаһын кисеп сыҡтыҡ.
Шул йылғаға,күнәктәргә һалып,
Керҙәр алып барҙыҡ сайҡарға.
"Айры" йылғаһының һыуы йомшаҡ,
Ағып төшә ине"Сабаҡлы"ға.
"Сабаҡлы" йылғаһы буйҙарында,
Сылтырашып аҡты шишмәләр.
"Ибрай" шишмәһенән һыуҙар ташып,
Эсә инек самауырҙан сәйҙәр.
Тәүге тапҡыр "Сөндөклө"гә барып,
Иҫем китеп оҙаҡ торҙом ҡарап.
Еләккә бай шундай болондарҙы,
Күргәнем юҡ ине һис ҡасан.
Һағындыра килен булып төшкән,
"Дәнгәүер"ҙең йәмле урамы.
Ҡурай еләгенә, ағасҡа бай,
"Арҙы-имде "тигән урманы.
"Торнатау"ҙа көтөү көткән саҡта,
Мин ултырҙым ,атҡа арбалы,
Шул ваҡытта атым алып ҡасып,
Өй янына ҡайтып туҡтаны.
Ниҙәр генә уйламаным шул саҡ,
Ат елдереп мине алып ҡасҡас.
Көлөп кенә хәҙер һөйләйбеҙ шул,
Ул ваҡыттар кире ҡайталмаҫ.
Һағындыра килен булып төшкән,
Йәшлегемдең матур йылдары.
Хәҙер инде күптән ауыл һүнгән,
Күсеп киткән унан бар халҡы.
Күсеп киткән ахры йылғалар ҙа,
Сылтырамай күптән шишмәләр.
"Сөндөклө"-нө барып ҡарап киттек,
Юҡ бит унда хатта еләктәр.
Йәшәмәгән ерҙә бәрәкәт юҡ,
Аллаһ бирҙе элек барыһын.
Ҡайнап торҙо ауыл урамдары,
Еләккә бай булды урманы.
Ниндәй йәмле Дәнгәүер ауылы,
Хәтерҙәрҙә мәңге һаҡланыр.
Яҡшы хәтирәләр ҡалдырып,
Һәр береһе уны иҫкә алыр.
Фәниә Сыңғыҙова(Мөхәмәтшина)
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 20
Сер булмаһа ,был матур ауыл ниндәй районда ине икән?
Күгәрсен районы, Дәнгәүер ауылы.
Иптәшем һорай ине.
Кемдәргә килә инегеҙ? Усман абзыйҙарҙың күршеһенәме?