Һүткәне бар... көткәне бар...
Һаубуллашмай, яныбыҙҙан, киткәне бар...
Өмөттәрҙе аҡламайса, сирткәне бар...
Арттан килеп,яй сыҡҡанда, типкәне бар...
Һөйгәне бар... көйгәне бар... төйгәне бар...
Тар елкәгә, ауыр йөктө , өйгәне бар.
Һаҡһыҙлыҡтан, күңел өшөп тартышҡанда -
Яҡлағаны ... йондоҙҙарга , сөйгәне бар.
Кешеләрҙең , ...йомоғы бар, ...асығы бар,
Тыумаҫ борон , йәшәп туйған , "ҡарсығы " бар;
Һәр ҡапҡаны , майлы ҡалья булмаһа ла -
Мохтаждарға , бирәм тигән, янсығы бар.
Үлеме бар... тыуымы бар... уйыны бар...
Ҡомһоҙ бәндә кеҫәһендә уйыны бар.
Һәр әсәнең , өшөһә лә йәне , тәне -
Үҙ балаһын йылытырлыҡ , ҡуйыны бар.
Үҫкәне бар...Сүккәне бар...Бүрткәне бар...
Йәшле күҙҙе, һөртөп алып ...үпкәне бар.
Танау сөйөп , юлдағыһын күрмәй , иҙеп,
Тормош юлын, гөнаһ йыйып үткәне бар.
Сапҡаны бар... ятҡаны бар, ... атлағаны...
Бар, кешенең, ғәзиз йәнен һаҡлағаны ...
Бар, дуҫтарҙың , ергә һалып тапағаны,
Бар, дошмандың, ауыр саҡта , һатмағаны. ..
...Үткән ғүмер ... бөгөнгөһө... бар, киләсәк...
Бер кем белмәй , киләсәктә - ни күрәсәк?
Яҙылғанын - күрә, белә, бары Раббым,
Ә хаҡтарын , бәндә үҙе түләйәсәк!
ФӘЙРҮЗӘ САЯПОВА
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев