Предыдущая публикация
Туҡта әле йәнем, туҡта әле
Һин нигә шулай һыҡрайһың.
Көҙгөмдә мин күрәм сағылышты,
Тик һин генә быны күрмәйһең.
Йөҙөң ҡартая шул йылдар уҙғас,
Ә йәнең бит һаман йәш ҡала.
Ышанаһы килмәй нигә шулай,
Бик тиҙ ҡартлыҡ килеп тә етә.
Белһәң ине ҙур бәхет ул ҡартлыҡ,
Таҙа - һау булып ҡартайһаң.
Балаларың, оноҡтарың менән,
Ҡартлығыңды бергә уҙҙырһаң.
Хоҙайым һынай һине ҡарт көнөңдә,
Һынауҙарҙы өйөп өҫтөңә.
Түҙә алһаң биргән һынауҙарға,
Ҡартлығың да бәхетле була !
15.07.2024. Гульбану.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 11
Рахмат
Шигырына