Тау битендә, ҡайынлыҡта,
Зыярат урынлашҡан.
Ул зыяратта яҡындарым,
Туғандарым ерләнгән.
Барған саҡта зыяратҡа,
Әруахтар ҡаршылайҙар.
Өмөтләнеп улар беҙҙән,
Сәләм, доға көтәләр.
Зыяратҡа кергәс тә,
Әруахтар йыйылырҙар.
Йәл, беҙ уларҙы күрмәйбеҙ,
Улар беҙҙе күрәләр.
Рәхмәтемде белдерәһем килә,
Әтейем - Әнейемә.
Мосолманса тәрбиәләп,
Иман нурын һалғанға.
Беҙ ғәйепле балаларҙың,
Үҙ телдәрен онотҡанға.
Сабый саҡта Иман нурын,
Күңелдәренә һалмағанға.
Беҙ үлгәс тә яныбыҙға,
Килеүсе булыр микән ?
Өҙөлөп көтәрбеҙ уларҙы,
Иҫкә алырҙар микән ?
Әле лә һуң түгел балалар,
Мәсет юлдарын онотмағыҙ.
Хәйер һалып беҙҙең өсөн,
Аяттар уҡытығыҙ !
Әхирәт доньяһы, үҙе бер донья,
Байлыҡ, муллыҡ кәрәкмәй.
Рухыбыҙ шатланыр йылы һүҙгә,
Сәләм, аят килһә шул етә !
Һеҙҙән сәләм, аят килһә,
Күстәнәстәр итеп алырбыҙ.
Һеҙҙең хисап дәфтәренә,
Изгелектәр яҙылыр !
Изге эштәр онотолмай,
Хоҙайым яҙып бара.
Һеҙгә лә шул көндәр етәр,
Яҡынлаша бит, ара !
Гульбану.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 22