Предыдущая публикация
Ғәжәпкә ҡала халыҡ,
Май айында өшөп йөрөп,
Кеҫәгә ҡулды тығып.
Сыйырсыҡтар килгән күптә,
Муйыл сәскәһен ҡоя,
Яҙҙарҙың бер йәме юҡ,
Ҡарҙы ямғырҙар яуа.
Балаларҙа ялға сығып,
Йылы йәйҙәрҙе көтә,
Өшөп тышта йөрөмәй,
Интернетта ултыра.
Хоҙайҙың биргән көнөнә
Ниндәй булһа ла риза,
Барыбыҙҙың бер теләк -
Һуғыш килмәһен өйгә.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 16