Билдәле француз врачы Жан де Катерин 120 йәшкә тиклем йәш һәм дәртле булып ҡалған. Сөнки ул үҙе уйлап тапҡан һәм “Йәшәү эликсиры” тип атаған эсемлекте йылына өс тапҡыр – яҙ, йәй һәм көҙ – ике аҙна дауамында ҡабул итер булған.
“Йәшәү эликсиры”н шулай әҙерләйҙәр: 400 грамм һолоно таҙа итеп йыуалар, 6 литр һыу ҡоялар һәм ул 3 литрға ҡалғансы ҡайнаталар. Шунан һөҙәләр, 100 грамм тәбиғи бал ҡушалар, таҙа шешәләргә ҡойоп ныҡ итеп ябалар һәм һыуытҡыста һаҡлайҙар. Эсер алдынан стаканға лимон һуты тамыҙырға кәрәк. Һоло эсемлеген ашарҙан ярты сәғәт алда бәләкәй-бәләкәй йотомдар менән эсергә — был мөһим!
“Йәшәү эликсиры” организмды таҙарта, файҙалы матдәләр һәм витаминдар менән байыта, ябығырға ярҙам итә.
Һолоно ҡәҙимге сәй кеүек эсергә лә мөмкин: 1 аш ҡалағы һолоно 2 стакан һыуҙа ҡапҡас аҫтында әкрен генә утта сәғәткә яҡын ҡайнатырға.
Һәм тағы һаулыҡ өсөн шәп рецептарҙың береһе:
— бер стакан һолоно (геркулес та ярай) 5 стакан һыуҙа яртылаш ҡалғансы (шыйыҡ кисель) ҡайнатырға.
— Һөҙөргә һәм шул күләмдә (2 стакан тирәһе) һөт ҡойорға, ҡайнатып сығарырға.
— Һыуына төшкәс 4 ҡалаҡ бал өҫтәп болғарға.
— Килеп сыҡҡан тәмле генә эсемлекте һыуынмаҫ элек йәки йылытып көн дауамында 2-3-кә бүлеп эсергә.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев