✅“Башҡорт ихаталары” программаһы үҙ эшен дауам итә. Район үҙәге уны тормошҡа ашырыуға әүҙем ҡушылды.
✅✅“Башҡорт ихаталары” программаһы үҙ эшен дауам итә. Район үҙәге уны тормошҡа ашырыуға әүҙем ҡушылды. Программа буйынса күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырыласаҡ.
Ҡырмыҫҡалы ауылының Баҡса һәм Хоҙайбирҙин урамдарында ихата биләмәһен төҙөкләндереү буйынса эштәр бара. Баҡса урамы 20, 22-се һәм Хоҙайбирҙин урамы буйынса 16/1, 16/2 күп фатирлы йорттарҙың ихаталары үҙгәргән дә инде. Бында асфальт түшәлгән йәйәүлеләр юлдары һәм тротуарҙар барлыҡҡа килде. Бөтә төҙөкләндереү эштәре һөҙөмтәһендә күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн балалар майҙансығы, һәр подъезд янында эскәмйәләр, кер элеү майҙансығы ҡуйыласаҡ, машиналар ҡуйыу урындары булдырыла, спорт һәм балалар майҙансыҡтарына хәүефһеҙлек өсөн резина япмалар йәйелә, кер элеү өсөн урын да ҡаралған. Йорт алдарын йәшелләндереү, эскәмйәләр, сүп һауыттары, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү камералары ҡуйыласаҡ. Бының өсөн 13 миллион һум сығымдар талап ителә.
Төҙөкләндереү эштәрен “Рефстройпроект” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙ өҫтөнә алған. Ул эштәрҙе 2024 йылдың авгусына тиклем тамамларға тейеш. Уның маҡсаты – ауыл халҡы өсөн йәшәү шарттарын тәьмин итеү.
Киләһе йылда ошондай уҡ эштәр Баҡса урамының 24, 26, 28, 30-сы йорттарҙың ихаталарында планлаштырылған.
Марсель ӘКРӘМОВ.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев