Предыдущая публикация
Әллә бар ауырыуҙар бөттө,
Барыһын еңдек ме икән?
Ябай ОРЗ, ябай ГРИПП
Ҡайҙа юғалды икән?
Элек ауырый торған инек
Һыуыҡ йотһаҡ-ларингит.
Тауыш бөтөп китә ине,
Була ине фарингит.
Инфаркт, инсульттар ҙа бөттө,
Бауыр хәҙер теленмәй.
Спид тип ҡаңғырталар ине,
Уныһы ла беленмәй.
Туберкулёз бар ине бит,
Хәҙер телгә алынмай.
Бөттө ахры бөтә сирҙәр,
Халыҡ хәҙер ауырымай.
Бер КОВИД донъя типтерә
Мин хәҙер батша тейеп.
Бал-маскарад та әйләнә
Башына тажын кейеп...
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 18