Предыдущая публикация
Ҡоштар оҙатырға һуңланым. (Азамат Тимеров)
Өй артында беҙҙең шишмәле күл,
Аҡсарлаҡтар төшкәс, һананым.
Күргәнем бар яңғыҙ аҡсарлаҡтың
Беҙҙең күлдә тороп ҡалғанын.
Был көҙҙәрҙә ҡайталманым, әсәй,
Алыҫ-алыҫ урау юлдан мин.
Юҡһынмасы әле тыуған яғым,
Ҡоштар оҙатырға һуңланым.
Әсәйемдең наҙлы күңелкәйе
Һығылып та өҙөлөп яналыр.
Яңғыҙ ғына йәшен йотоп әсәй
Аҡсарлаҡтар оҙатып ҡалғандыр..
Юҡ. күрәһем килмәй ҡошсоҡтарҙың
Ояларын япраҡ күмгәнен.
Аҡсарлаҡтар оҙатырға тиеп,
Хыялымда көн дә ҡайтам мин.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев