Булмаҫ йылы,
Бҽр кҽшҽнҽң йөрөүҽнән
Уңмаҫ юлы.
Күмәк үткәс кҽнә кҽшҽ
Юл һалына,
Тик күмәкләп ҡылған эшҽң
Күҙгә салына.
Яңғыҙлыҡтың бит яҙмышы
Бик аяныс,
Күмәк эштҽң тик булмышы
Ҙур таяныс.
Күмәк тауыш һауаларҙы
Ярып китһә,
Яңғыҙ ауаз үҙ яныңдан
Ары китмәҫ.
Күмәк ағас ҽлгә аумай,
Ҡоторһа ла ҡайырып,
Йыртҡыстар ҙа ҡорбан аулай,
Өйөрөнән айырып.
Иләү үҫә, ҡырмыҫҡалар
Бҽргә йәшәгәс күмәк,
Тарҡалһалар, тороп ҡала
Ҡатҡан бҽр йәнһҽҙ түңгәк.
Урмандар ҙа тынып ҡала,
Һайрар ҡоштары киткәс,
Ауыл да шулай тарҡала,
Яңғыҙың донъя көткәс.
Әйҙә, башҡорт, ҡоролтайға
Бҽрләшәйҽк,
Кәңәш ҡороп ҡоролтайҙа,
Бҽҙ йәшәйҽк!
Шулай булғас бҽрләшҽүҙҽ
Хуп һанайыҡ,
Киләсәккә бҽргәләшҽп
Юл һалайыҡ!
Үҙ өйөңдә күпмҽ гҽнә
Тамаҡ ярма,
Етмәҫ һүҙҙҽң күмәгҽнә,
Шуны аңла!
Бҽр сүкҽүҙән әүәл гҽнә
Сыҡмай даға,
Сүкҽй- сүкҽй әүәләнә
Тимҽр дуға.
Бҽрҙәмлҽктә- сүкҽш мҽнән
Һандал көсө-
Был һүҙҽм тик мәғәнәһҽн
Аңлар өсөн.
Бҽшкән аштың тәмҽ
Тора кәләштәрҙән,
Бҽшкән эштҽң сәмҽ
Тора кәңәштәрҙән.
Ҡоролтайға, әйҙә бҽргә
Йыйылайыҡ!
Үҙҽбҽҙҽң тыуған ҽргә
Эш ҡылайыҡ
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 1