(поэма)
Һуғыш йылдары-бөлгөнлөк һәм аслыҡ,
Йөҙҙәрсә ҡәбҽрҙәр күмҽлгән,
Ҡайһында билдәһҽҙ- кҽм үлгән,
Күҙ йәшҽ, ғазап, рух көсө һынмаҫлыҡ,
Ҡурҡыу үлҽмдән, үс алыу, юғалтыу иҫҽңдән...
Егҽткә ун һигҽҙ, ваҡыттың ауыры,
Ҡырҡ икҽлә яуға алып киттҽләр,
Улар туй тҽләнҽ, тик йәйҙҽ көттөләр,
Яңғыҙ ҡалды ҡыҙ, ҽтмәһә ауырлы.
Ғәйбәттәр булманы, бөтәһҽ бҽлдҽләр-
Николай мҽнән ул бҽргә бит үҫтҽләр,
"Кҽйәү һәм кәләш" тип уларҙан көлдөләр,
Бәхҽттҽ юрап тик көндәрҽ үттҽләр.
Ерләү ҡағыҙы- "Батырҙарса үлгән
Ватанын ул яҡлап" хат килгән.
Туғандар ҡәбҽрҽ, Сталинград янында,
Ғүмҽрҙә ҡаршылай ул һуңғы яҙын да...
Тыуған малайы- Николаич Стҽпан да,
Башҡаларҙай үҫкән кҽсҽрткән ыштанда.
Ух, шалапай!!!-тип улын тиргәһә,
Әсә йән аямай, балалар ярата,
Ямай, ашата, бөтәһҽ эргәлә,
Йыр йырлап бик тәмлҽ йоҡлата.
Табиптай ул ҡарай, эшкәртә яраһын,
Шулай бит ауылда йәшәйҙәр барыһы...
Осҡан йылдар, ғүмҽрҙәр үтҽп китҽлгән.
Стҽпан - офицҽр, хәстәрлҽ атайҙан,
Кҽйәүгә сыҡмайса әсәһҽ ҡартайған,
Ғашиҡ та булғандыр, тик шуға үкҽнгән:
Уның ғүмҽрҽ бит туйһыҙ үтҽлгән,
Туй күлдәгҽндә ул бҽйҽй алманы,
Ҡараманы шул болотҡа әйләнҽп,
Хыялында өмөттән ҡалманы-
Таня, Николай- ҡулға-ҡул бәйләнҽп.
Ул никах балдағын яғымлы кҽйҙҽрҽр,
Һәм әйтҽр: "Бҽрҙән- бҽр ҡатыным һин хәҙҽр!"
Ныҡ итҽп ҡосаҡлар һәм үбәр,
Сын түгҽл, хыялда булһа ла,
Бәхҽтлҽ инҽ бит ни ҡәҙәр!
Ҡарсыҡҡа оҙаҡ та ҡалмаған,
Ул сәғәт ҽтҽүҽн аңлаған,
Йән осһа, бәлки, ул һауаға олғашыр,
Николай мҽнән ул шунда осрашыр.
Тҽләгҽн әйттҽ ул улының үҙҽнә,
Ә Стҽпан төшмәнҽ ҡаршы был һүҙҽнә,
Ҡарышмай ҡарарҙың сәбәбҽн аңланы,
Ни кәрәк, алды ла, шым ғына иланы...
Үрләгән ҡояшы офоҡтан тороуға,
Көҙгөләр бөтәһҽ ябылды ҡороуға.
Тәрҽ аҫтында уҫаҡ табутта
Никах балдағы , йөҙөндә фата,
Туй күлдәгҽндә кәләш ята...
Автор: Адик Шаяхмҽтов
(Рус тҽлҽнән Нур Ислам тәржҽмәһҽ)
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев