Предыдущая публикация
Биш йыл да үтеп китте.
Ҡайтҡан инек беҙ ауылға:
“Осрашыу” үткәрелде.
Бик тә матур көн булғайны,
Әҙер өҫтәлдәр, сәхнә.
Ауылдаштар ҡаршыланы:
Барыһын танып була!
Ауыл буйлап, йырлап, үттек,
Өйҙәр беҙҙе тыңнаны.
Байматҡа ла барып еттек,
Фотолар беҙгә ҡалды...
Бернсе ҡабат яңғыраны
Ауылға яҙған йырым.
Рәйсә туғаным йырланы,
Бигерәк матур тауышы!
...Иҫкә төшһә ауыл, көйләй
Куңелемдә шул һуҙҙәр:
Шул йырҙан улар алынған,
Ҡушылайыҡ сы, дуҫтар!
“Ауылыма ҡайтам, ашыҡтырма,
Ҡасан да бер баҫырмын тупһаңа.
Әсе ел булһа ла, бурандармы,
Кеше йөрөмәгән саҡ булһа ла...”/Сәскә/
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 20
ҡарайҙыр ҡабат - ҡабат.
Ауылдағы осрашыуҙы,
иҫләйҙер шуңа ҡарап
Мин дә ҡараймын йыш ҡына,
һағынып, моңайған саҡта.
Иии, ғүмерҙең үтеүләре,
уйлаһаң ошо хаҡта.
Бик күптәре инде юҡтар,
үткән мәңгелек йортҡа...
Мәрхүмдәрҙе онотмайбыҙ,
улар һәр ваҡыт иҫтә.
Мөнир, Радик ағайымдар
Салауат ағай, Хәлфиә.
Ҡапыл ғына, ҡабаланып,
ташлап киттеләр мәңгегә....
Тағын булһын осрашыуҙар,
булһынсы күрешеүҙәр.
Иҫән - аман, шәп саҡтарҙа,
шатланып һөйләшеүҙәр!
Һеҙгә әйтәм, ауылымдың,
әүҙем активистары.
Ваҡыт - ул һыбайлы ҡунаҡ,
үтәр ҙә китәр әле...
Үткәрһәгеҙ ине тағын,
ошондай осрашыуҙар.
Ҡанатланып ҡайтыр инек,
Һаумы тип, ауылдаштар!