Офоҡтарығыҙ киң, атыр таңдарығыҙ тыныс, киләсәгегеҙ яҡты, саф, аяҙ булһын! Юлдарығыҙ йәйғор нурындағы төрлө-төрлө аллы-гөллө нурҙар менән яҡтыртылһын! Һеҙ – тормоштоң иң мөһим, иң онотолмаҫ тәүге баҫҡысы алдында. Дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, районыбыҙға кәрәкле булған юғары уҡыу йорттары студенттары булыуығыҙҙы теләйбеҙ.
Ҡатмарлы ла, оло ла тормош юлына ҡурҡмайынса, ҡаушамайынса баҫығыҙ. Алдығыҙға маҡсат ҡуя белегеҙ, маҡсаттарығыҙға ирешегеҙ. Һеҙгә һаулыҡ, тәүфиҡ, сабырлыҡ, бәхетле киләсәк һәм барлыҡ хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ! Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, ниндәй һөнәр кешеләре булһағыҙ ҙа ысын кешеләр булып ҡалығыҙ, күңелегеҙ саф, ниәттәрегеҙ изге булһын!
Аҡ юл һеҙгә!
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 1