Предыдущая публикация
Бүлеп булһа һаулыҡтарҙы –
Бүлер инем.
Бар тиһәләр, им-томдарҙы
Белер инем.
Ҡыҙҙыра ла ялҡын тиһәң –
Һүрер инем.
Өшөһәм дә, риза булып
Йөрөр инем.
Етәкләр ҙә йәннәттәргә
Керер инем.
Рөхсәт булһа, хур ниғмәтен
Тирер инем.
Устарыңа алып ҡына
Төрөр инем.
Һөйөүемдән таҡыялар
Үрер инем.
Ғүмеремде һинең өсөн
Бирер инем.
Балам...😔😔😔🙏
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 4