Предыдущая публикация
Ҡар бөртөгө йыуа йәштәремде
уйҙарым һинең хаҡта.
Төн йоҡомдо бүлә-бүлә
доғамды һуҙам таңға...
Торналар ҙа алмаҫ инде
ҡараңғы серҙәремде.
...Көҙгө япраҡ минең төҫтә
һары төҫ күңелемдә.....
Доғаларым һаҡлар микән
йән ярған балаҡайға.
Яҙғы һуҡмаҡ абындыра
тайып китәһең һулға.
Эй,хоҙайым,туры юл бир
һаҡла һин, балаларҙы.
...Ғәфү итһәң, юлын күрһәт
тыңласы, әсәләрҙе.
...Төн йоҡомдо бүлә-бүлә
доғамды һуҙам таңға.
Фәрештәләр елпеп торһон
ҡанаттарын тик уңға.
Римма Саньярова.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 2