Предыдущая публикация
Мин үҙемде яңғыҙ тоймайым.
Донья шаулап алға югергәндә
Мин ҡалышмай хәйлә ҡорайым.
Нисек итеп тағын йәшәрергә,
Нисек матурыраҡ булырға,
Кеше һине күрә алмағанда
Тыныс ҡына ғәфү һорарға.
Йөрәгеңде ярып тоҙ һипкәндә,
Серең бирмәй, ғорур торорға.
Күҙҙәреңдән йәштәр тамам тиһә,
Эскә йотоп, йырҙар һуҙырға.
Баш аяҡтан мине рисвай итеп,
Ялған һүҙҙәр миңә атҡанда
Яҡлар кешем, мине ҡурсалаусы,
Дуҫтарым күп фани доньяла!
Эштәрем күп әле эшләнмәгән
Йырҙарым күп әле яҙмаған.
Моңдарым күп әле йырланмаған,
Миңә яңғыҙ йәшәү яҙмаған.
02.04.2018.Р.Юсупова.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев