(еңеләйтеү ҡағиҙәләре)
“Мин намаҙ уҡымайым, сөнки ауылда тәһәрәт алыуы уңайһыҙ, бигерәк тә ҡыш көнө”, - ти мәжлестәрҙә Ҡөрьән сурәләре уҡып йөрөгән бер ҡатын (намаҙ уҡымаған кешегә, был ғәмәлде башҡарыу дөрөҫ була, тип уйлай, ахырыһы). Бындай уйҙар ғилем түбәнлеген аңлата. Тәһәрәттең бөтә төп ҡағиҙәләре дәреслектәрҙә һәм намаҙ китаптарында бар, шуға күрә уларҙы бында килтермәйем. Һәр закондың бәләкәйерәк ҡанундары булған кеүек, бында ла төшөнсәләр бар. Уларға (Шәриғәт нормаларына) дин әһелдәре кешеләр йәшәгән континенттарында климат шарттарына яраҡлаштырып үҙгәрештәр индергәндәр (ал-иджтихад). Ошо мәсьәләлә иң кәрәктәрен һеҙгә белдерәм:
- Кесе ярауҙан һуң һыу булмаһа, йә һыу ҡулланмаҫҡа берәй сәбәп булһа (мәҫәлән, һыу артыҡ һалҡын) бәүелдән таҙарыныу өсөн бәҙрәф ҡағыҙы, салфетка (хәҙер дымлыһы ла бар), ҡулъяулыҡ һәм башҡа шундай нәмә ҡулланырға мөмкин. Оло хәжәттән һуң да тәндең нәжес тейгән урынын һыу менән йыуырға кәрәк. Бының өсөн иң тәүҙә бәҙрәф ҡағыҙы кеүек берәй нәмә менән ҡулланалар. Әгәр һыу булмаһа, бәҙрәф тышта (ҡыш көндәре) булһа, ҡағыҙ менән таҙа итеп һөртөү ҙә етә.
- Сир менән бәйле булған бүлендектәр (бәүелде тота алмау, һәр ваҡыт арттан газ сығып ауырыу, даими рәүештә ҡан ағып тороу һәм башҡа шуның кеүек нәмәләр) булған осраҡтарҙа кешегә һәр намаҙы алдынан тәһәрәт алырға кәрәк булыр (һәр намаҙ, тимәк, өйлә икән - өс мәртәбә тәһәрәт алырға тура килә). Әммә намаҙын уҡып бөтөргәнсе уның тәһәрәте боҙолмаған булып һаналыр, намаҙ ваҡытында бүлендектәр сыҡһа ла.
- Мөхәммәд (с.ғ.в.) сөннәте буйынса, тәһәрәт алғанда аяҡтарҙы йыуыу урынына ойоҡбаштарҙың йәки аяҡ кейеменең өҫкө өлөшөн мәсехләү (һыулы ҡул менән һыпырыу) рөхсәт ителә. Бының шарттары:
а) ул аяҡ кейеме тәһәрәтле саҡта кейелгән булырға тейеш. Мәҫәлән, иртән аяҡтарҙы тәһәрәткә ниәтләп йыуғандан һуң кейенһәң, шул тәһәрәт бер тәүлеккә, ә юлсыға өс тәүлеккә етә;
б) ойоҡбаштар йоҡа булмаҫҡа тейеш (һыу аяҡтарға беленмәҫлек булһын);
в) ойоҡбаштар бер нисә ҡат булһа, мәсех иң тышҡы ҡатына ғына эшләнелә;
г) мәсехләгәндә аяҡ кейеменең йәки ойоҡбаштың өҫкө өлөшөн һыуға сылатылған өс бармаҡ (һуҡ, урта һәм сығанаҡ) менән бер мәртәбә һыпыралар, аяҡ осонан алып өҫкә ҡарай;
д) ғөсөл боҙолһа (уның үҙ ҡағиҙәләре) - мәсехләү ярамай.
Ойоҡбаштарҙы йә аяҡ кейемен мәсехләү - ул Шәриғәт тарафынан рөхсәт ителгән еңеллек (мәҫәлән, һыуыҡ булғанда, ашыҡҡанда, аяҡ кейемен сисеүе мәшәҡәтле булғанда һәм башҡа шундай осраҡтарҙа).
Тәйәммүм - тағы ла бер еңеллек. Ул беҙҙең яҡтарҙа ялан, урман эштәрендә, төҙөлөштә, юлда булғанда һ.б. шундай ваҡыттарҙа ҡулланылыуы мөмкин була тип уйлайым. Тәйәммүм - таҙа ер (тупраҡ, ҡом, туҙан һ.б.) менән битте һәм ҡулдарҙы һыпырыу. Һыу булмағанда, йәки һыу булып та, уны ҡулланыу мөмкин булмағанда (мәҫәлән, бик һалҡын булып, ауырып китеү ихтималы булғанда, эсер өсөн һыу аҙ ҡалғанда, һыу янына барыу ҡурҡыныс булғанда), йә иһә тәндә йәрәхәт булып, һыу тейҙерергә ярамағанда тәйәммүм һуғыу рөхсәт ителә. Тағы ла уның үҙ ҡағиҙәләре бар (дәреслектәрҙән ҡарағыҙ).
Әгәр кешенең тәһәрәт алырға ла, хатта тәйәммүм һуғарға ла мөмкинлеге юҡ икән, ул кеше шул хәлдә лә намаҙын ҡалдырмаҫҡа тейеш. Тырышып та һис бер сара таба алмаһа, шул көйөнсә (тәһәрәтһеҙ) уҡылған намаҙҙы ла Аллаһы Тәғәлә ҡабул итер, иншаллаһ, Аллаһы Тәғәлә кеше өҫтөнә көс етмәҫлек эш йөкләмәй. Мәҫәлән, бик ауыр хәлдә ятыусы сирле кешенең тәһәрәт алдырырға йә тәйәммүм ҡылдырырға ярҙамсыһы булмаһа, туҙаны һис булмаған автобус йә самолет эсендә тәһәрәт һәм тәйәммүм алыу мөмкинселеге булмаһа һәм башҡа шундай осраҡтарҙа.
Шулай уҡ, әгәр кейемгә нәжес тейһә, һәм уны йыуырға йә иһә алыштырырға һис мөмкинлеге булмаһа, намаҙҙы шул бысраҡ кейемдә лә уҡырға мөмкин.
Шулай итеп, намаҙ уҡыйым тигән кешегә барыһы ла еңелләштерелгән, сәбәптәр эҙләргә урын юҡ.
Был яҙмамды Мәҙинәлә сыҡҡан “Толкование последних трех частей Священного Корана” тигән китапҡа (хажға барғанда алып ҡайтҡан инем) һәм “Ваҡыт “гәзите сығанаҡтарына таянып яҙҙым.
Зәйтүнә Көҫәпова, апрель, 2017
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев