Предыдущая публикация
Хәлең нисек тигәндәргә
Бер ваҡыт насар тимә.
Эсең тулы ут булһа ла,
Күрһәтмә һис, сер бирмә.
Шатлығың, сиктән ашһа ла
Ашыҡма сығарырға.
Кешегә кәрәкме ул, уйла
Ниңә уға асылырға?
Көнләшкәндәр шатлығыңа
Күҙҙәр тейҙереүе бар.
Аңла шуны, хәҙер кешегә,
Хатта киң донъя ла тар.
Ҡайғың сисһәң, шатланырҙар
Кемдер шул кәрәк тейер
Ҡан булһа ла ауыҙыңда,
Яуап бир: "Аллаға шөкөр".
Меҫкенләнмә, маҡтанма ла
Һәр саҡ үҙең булып ҡал.
Насар уйлы кешеләр күп,
Уларға ҡарап, ғибрәт ал.
*Әлиә Рахимова*
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 1