Предыдущая публикация
Һинең эҙҙәреңә
Илай- илай яҙғы ҡар төшә...
Ҡайғыларға минең иҫем китә,
Ҡырыҫ елдәр сәләм өндәшә.
Киттең, әсәй...
Илай- илай үткән
Юлдарымда моңло йыр ғына.
Яҙҙар ҡырыҫ,
Хәс тә минең кеүек.
Мамыҡ ҡарҙар яуа тын ғына.
Киттең, әсәй!
Юлдар урау хәҙер...
Ауыр һымаҡ үҙе тойола.
Ҡоштар моңон алып ҡайта яҙҙар,
Һине уйлап йәшем ҡойола.
Йөрәгеңде аҡ ҡарҙарҙан әрсеп,
Күңелемә ҡыҫып һөйөнә.
Киттең, әсәй!
Ергә яҙҙар ҡайта,
Утлы ғазаптарға төрөнәм...
Зөлфиә Файрушина
2024, 20 апрель
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 1