Ҡар өҫтөнә усаҡ яғып ебәрҙе лә Ғәли ярһыуын нисек баҫырға белмәй үрле-ҡырлы тапанды. Ярһыу ут менән бергә асыуы ла көсәйгәндән-көсәйә барҙы. Ҡатынын сәсенән һөйрәкләп туҡмағандан һуң иң затлы әйберҙәре ут тамағына ебәрергә булды.
"Эй, мөхәббәтем мин һине күҙҙәреңә ҡарап яраттым. Эй, һөйгәнем, мин бит һине йондоҙҙарҙан таптым... Мин бит һинең ҡулдарыңдан тотоп алтын тауҙар бүләк иткәйнем. Нишләүем был. Эй, мөхәббәт баҡсаһы, әллә һинең ҡалын урманыңда аҙашып яфаланам, туҡта ҡайҙа ғәҙеллек? "- тип күктә һалҡын ҡыш ябалаҡлап яуған ҡар менән һамаҡлаған һымаҡ ине. Ғинуар һыуығы ирҙең асыуын нығырак ҡабартты. Ҡолағында бары һөйәркәһенең тауышы ишетелгандәй ине: "Һин бит миңә өйләнергә тейеш инең, өйләнмәнең. Мине ташлап ҡырҙан ҡатын алып ҡайттың. Мине ташланың. Хәҙер өй тулы бала. Һин бит уны инде ташламайһың." Ошо тауыш ирҙең ҡолағында таҡмаҡ һымаҡ һамаҡланы. "Һине ҡатының яратмай, хыянат итә. Кеше менән йөрөй. Ҡасан ҡыуып сығараһың? Ҡайҙан килгән шунда китһен. " Ғәлиҙең асыуы ҡабарғандан - ҡабарҙы. Ул утъяҡҡыстан канистрҙа ултырған бензинды тотоп янған утҡа һипте. Ут тағы ла нығыраҡ ялманы. Ҡатын балаларын алып кәртә аҫтындағы мунсаға бикләнеп өлгөрҙө. "Әсәй, илама . Ул һиңә бер ваҡытта ла ут төртмәй. Ул бензин менән былай ғына һине ҡурҡыта. Илама, әсәй..."
Ут көсәйгандән көсәйҙе. Ғәли ҡатынының килен булып төшкәндә алып килгән иң затлы әйберҙәрен һөйрәп сығарҙы. Ағас һандыҡ затлы әйберҙәр менән гөлт итеп кенә ҡалды. Асыуынан ҡабарған ирҙең күңеле булды. Бындағы фотоальбомдар, почет грамоталар, орден миҙалдар гөрләп кенә янды. " Улым, зинһар туҡта...Зинһар, ярһыма". Инде бер нисә ай түшәктә ятҡан Ғәлиә бар көсөнә улын туҡтатырға теләне. Тик улы әсәһен ишетергә лә теләмәне. Ул өй түрендә ултырған телевизорҙы , радио- магнитофондарға, стеналарҙа һуңғы минуттарын текелдәп һуҡҡан сәғәттәргә барып йәбеште. Тәҙрә пәрҙәләре, иң ҡәҙерле әйберҙәр шулай берәм - берәм ут тамағына юл алды. Мунсаға йәшенгән малай әсәһенең итәгенә нығыраҡ йәбешеп иланы. "Беҙҙе бында икәнен белһә, сығайыҡ, ҡасайыҡ әсәй,"- тип шыңшыны. Күҙ йәштаре менән битен йыуған ҡатын улын йыуатты. "Ул бит беҙҙе бынан эҙләмәй. Беҙ бит инде беренсе көн бында йоҡламайбыҙ, таң аттырмайбыҙ, улым, сабыр бул. Тыныслан." "Әсәй, мин ҙурайһам һине йәберләтмәм" - тип иланы малай. Ҡара томан төҫлө ҡара төтөн зәңгәр күк менән тоташты. "Әсәй, беҙ ниңә күршеләргә инмәнек? Беҙҙе яндырһа..." тип шыңшыны һаман малай. Ә Ғәли был ваҡытта ҡатындың килен булып төшкәндә алып килгән иң затлы әйберҙәрен яндырып бөтөп тәмәке тоҡандырҙы. Өйҙә бушлыҡ урынлашҡан. Түшәктә инде етмешен аша атлаған әсәһе. Ир төпкө бүлмәне байҡаны. Мендәрҙәрҙе берәм - берәм инде ҡар өҫтөндә ҡара күмер булған өйөмгә елләне. Моғайын был күренеш кемгәлер сәйер булып күренгәндер, ике яҡтан да күршеләр тамашасы ролен уйнай ине. Дауамы нисек булыр? Их, был әҙәм тигәнеңде? Кеше яҙмышынан көлөү микән? Әллә һалҡын ҡараш. Тап ғинуар айында ғына була торған миһырбанлыҡҡа хас ине. Их, шул ваҡыттағы кисерештәрҙе рәссам булып һүрәтләй белергә ине. Йә, исмаһам хыянат төшөнсәһен аңлап аңламағандарға аңлатырға көс табаһы ине . Ә юҡ-юҡ, һорарға ине ғинуар һалҡынынан әйт әле ғинуар был ниндәй хәл ? Кем аңлатыр. Кем быға яуап бирер. Һүрәнләнгән шул хәҙер уттары ла. Ялмап янған уттан һорар инең.
Ҡатындың йәнен ҡырҡ уй, ҡырҡ һорау бүлгеләне. Инде алдында мышнап йоҡлаған улын ҡосаҡлап ҡатын шулай ҡараңғыға төбәлеп ултыра бирҙе. Нисек кенә һығылып илаһа ла үткәндәргә ҡайтыу юҡ. Әсәһе мәрхүм булғаны бирле тыуған яҡтарына юл да инде күптән ябылған. Юҡ инде, юҡ юлдар үткәнгә. Ә нисек һун бер нимә булмағандай алға барырға? Нисек бер нимә булмағандай тормош иптәше менән артабан йәшәргә? Бер нимә булмағандай кеше алдына сығып эшләргә? Йәшәргә. Бары йәшәргә тигән уй йөрәген онтаны. Телгеләне. Һалҡын мунса һалҡыны йөрәге аша үтеп һөйәкте земләтте. Земерҙәтте. "Балалар хаҡы, балалар хаҡына йәшәргә" тип бышылданы ирендәре. Инде ишек алдына таралған ҡара көлдө елдәр уйната ине. Әсә менән ул өшөп мунсанан сыҡҡанда әле таң атмаған ине. Бәләкәй бала ныҡ өшөгәнлектән тештәре тешкә йоҡмай ҡалтырана ине. "Әсәй , ҡурҡам"- тип бышылдаһа ла һерелдәй-һерелдәй әсәһенә йәбешеп атланы. Ишек бикләнмәгән, улар өйгә ингәндә ата кеше хырылдай-хырылдай йоклай ине. Тик түшәктә ятҡан бейем генә : "Килен, сабыр бул. Зинһар, асыуланма..." - тигән әрнеткес тауышы ишетелде. Балалар, йоҡо бүлмәһенең буш булыуын, өй бөтөнләй бушап ҡалыуын күреп бәләкәй малай илай башланы. "Нимә түшәп ятабыҙ инде, әсәй?" Баланың тауышында һөйләп анлатып булмаҫлыҡ әрнеү,үкенес ята ине.
"Улым , сабырлыҡ кәрәк"- тип бышылданы әсә. Ысынлап та өйҙә бушлыҡ ине. Ыңғырашып ятҡан бейем, хырлап йоҡлаған ир. Ҡырҡ ямаулыҡлы йөрәк кенә һулҡылдап типте...
Зөлфиә Файрушина
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 5