Предыдущая публикация
Һөйләшәһең килгән сағыңда !..
Эс серҙәрен икәү бүлешербеҙ,
Тәмле сәй өҫтәле янында... .
Саҡыр дуҫым ,мине яндарыңа,
Бик яманһыу булып киткәндә!..
Йырҙар йырлап икәү ултырырбыҙ ,
Тәҙрәнән ай нурын һипкәндә. .. .
Саҡыр дуҫым ,мине яндарыңа,
Бик илайһың килгән сағыңда !..
Күҙ йәшеңде уртаҡ бүлешербеҙ,
Бүлешербеҙ күңел зарың да...
Саҡыр емерһәләр хыялыңды ,
Ҡайнар йөрәгеңде һыуытып ...
Бәлки әле ҡотҡара алырмын,
Ҡайнар ҡосағымда йылытып...
Әгәр саҡырып та килмәй ҡалһам ,
Береһен дә дуҫым тыңлама,
Тимәк,был юлы,миңә ярҙам кәрәк -
Йүгереп кил,бер үк һуңлама! ..
Гөлфия Гаян.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев