Йөрәк аҫтымда йөрөтөп,
Күңел түремдә тирбәтеп,
Изге хистәремде биреп,
Үҫтерҙем һөйөп кенә,
Тәмдәрен белеп кенә.
Ел-ямғырҙарҙан һаҡланым,
Яңылышһағыҙ – аҡланым,
Бар насарлыҡтан яҡланым,
Күктәргәсә күтәрҙем,
Барыһын да үткәрҙем...
Таң атҡанда доға ҡылып,
Теләктәрем теләнем,
Иҫән-һаулар йөрөгөҙ,тип,
Талпынды һеҙгә йәнем!
Яманды яҡшынан айыра
Белергә лә өйрәттем.
Тормошҡа аяҡ баҫҡанда,
Дөрөҫ юлды күрһәттем.
Барлыҡ булмышымды туплап,
Тырыштым, яндым, көйҙөм..
Һеҙҙең киләсәкте уйлап,
Хыял тауҙарын өйҙөм.
Ер шары әйләнеп тора,
Йыл артынан йыл үтә..
Аҡҡан һыуҙар кире ҡайтмай,
Ҡайтмай үткәндәре лә.
Тик әйләнеп ҡайта кире
Беҙҙең ҡылған ғәмәлдәр.
Тик шатлыҡтар алып килһен
Беҙгә әлеге мәлдәр!
Тырышлыҡ бушҡа китмәгән-
Һеҙгә ҡарап һөйөнәм!
Йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килмәҫ,
Ышанам, күрәм, беләм!
Киләсәктә һеҙ ҙә шулай
Балалар үҫтерегеҙ!
“Ни сәсһәң-шуны урырһың”
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ!
Бәхетле генә булығыҙ!
З. Муллағәлиева 22.03.2023
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 24
Зульфида.