Предыдущая публикация
Сеү, өндәшмә, асма күңелеңде,
Һинең донъяң кәрәк һуң кемгә?!
Әрнеүеңде һөйлә бары елгә,
Ҡайғыларҙы әйләндер көлгә.
Бер кемдән дә ярҙам өмөт итмә,
Ышан һәр саҡ бары үҙеңә.
Йыраҡ ҡас һин кемдәр ата, һата,
Бысраҡ сәсә һинең йөҙөңә.
Шәб(е)рәк ҡас һин, ҡалма яндарында,
Әрнеүҙәрҙе күтәрмәҫ йәнең.
Ярҙам һорап ҡысҡыр тик үҙеңә,
Башҡаларға һөйләмә хәлең.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 5