Барығыҙҙы ла, 12 июнь көндөҙгө 12:00 сәғәттә, Миәкә районы Илсеғол ауылына яҡын Изге Нарыҫтау ерендәге Сәхәбә мәсетенә, Рәсәй көнө уңайынан йыл һайын үткәрелгән «СӘХӘБӘЛӘР төйәге - Нурлы НАРЫҪТАУ» исемле мосолмандар йыйынына саҡырабыҙ!
Йыйында йәмәғәт намаҙы уҡыу һәм бергәләп илебеҙ Рәсәй менән республикабыҙ Башҡортостан ныҡлығы, именлеге өсөн доға ҡылыу, мәүлит, зекер, сәхәбәләргә зыярат ҡылыу, ҡорбан ашы, мөнәжәттәр башҡарыу, уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре, балалар өсөн уйындар ҡаралған.
Сара ҡулдарына ҡорал алып, илебеҙ именлеге өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ил һаҡсылары - Башҡортостан егеттәренә арнала.
Байрамға республикабыҙҙың төрлө райондарынан билдәле ғалимдар, имамдар, халҡыбыҙ киләсәге, берҙәмлеге өсөн йән атып йөрөгән арҙаҡлы шәхестәребеҙ саҡырылған.
Килегеҙ, күрегеҙ, бергәләшеп ял итеп, изге доғалар уҡып йәндәребеҙҙе, рухтарыбыҙҙы ҡанатландырып ҡайтайыҡ!
https://vk.com/ufa_home_center #АйдарЮсупов с получением магистерского диплома!
...Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев