Предыдущая публикация
Тотторҙо ла минең ҡулыма ,
Үҙе юл күрһәтте ... Унан үҙе
Кәртә һала барҙы юлыма...
Дауылдарға ҡаршы ҡуйҙы мине,
(Һынап микән шулай көсөмдө ?)
“Йә ос”, тиеп ҡанаттар ҡуйҙы ла,
Унан киҫте ҡанат осомды ...
Берҙе бирһә , берҙе ала барҙы ...
Бер илатһа , бер саҡ көлдөрҙө ...
Упҡындарға төртеп төшөрҙө лә,
Унан тартып тауға мендерҙе ...
Күҙ йәшемде күрҙе -йыуатманы!..-
(Нығыуымды микән теләне!?)
Биргән һабаҡ -нәсихәте бөгөн
Аҡ сәстәрем менән түләүле...
Еңел булманы ... тик һығылманым,
Аҙашманым, яҙмыш -буранда...
Тимәк йәндең тетелүе кәрәк ,
Килер өсөн беркөн иманға !
Гөлфия Ғаян
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев