Предыдущая публикация
Хәтерләйһегеҙме, беҙ бәләкәй саҡта ололар ошондай доғалар ҙа уҡый торғайны. Иҫтә ҡалдырыуы ла анһат. Үҙегеҙгә күсереп ятлап алығыҙ.
Ятһам — йә Аллаһ, торһам – иншә Аллаһ,
Был ятыуҙан тора алмаһам — иман бирһен бер Аллаһ.
Иман менән үтәйем, ислам менән китәйем.
Хәтәр-хәтәр кистәрҙә һулым уңға әйләнһен,
Телемә иман бәйләнһен.
Аллаһ, Аллаһ тигәндә — ҡараңғы гүрем яҡтырһын,
Сөбханаллаһ тигәндә — ожмах ишеге асылһын.
Хәйерле эшкә хәрәкәт бир, ашыбыҙға бәрәкәт бир,
Йәнебеҙгә тыныслыҡ бир, малыбыҙға өлөш бир.
Беҙҙән борон үткәндәр, беҙҙән өмөт иткәндәр,
Өс әлхәм, өс ҡолһыуалла — һауабын бирһен бер Аллаһ.
Амин, Аллаһы әкбәр!!!
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев